Өфөлә ике йәшлек бала торба таҙарта торған шыйыҡсаны эскән. Сабыйҙы кисекмәҫтән Республика балалар дауаханаһына илткәндәр. Химик матдә аш юлын яндырған тигән диагноз ҡуйғандар унда. Әле баланың хәле уртаса, шыйыҡ аш ашай башланы, тип белдерә табиптар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай ҡазанан һуң йөйләнеп, аш юлы тарая, шунлыҡтан баланың ҡыҙыл үңәсен эндоскопик юл менән киңәйтергә тура киләсәк, тиҙәр дауаханала. Был ашаған аҙыҡ аш юлынан тотҡарлыҡһыҙ ашҡаҙанға үтһен өсөн эшләнә. Бәләкәй баланың һаулығы, ғүмере өсөн беҙ яуаплы икәнде онотмаһаҡ ине. Һаҡланғандың һағы ятыр! Сығанаҡ Башкирия online. Фото pixabsy.com