Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡыҙымды һуғыштан ҡаршы алғандай булдыҡ...

Белеүебеҙсә, 7 октябрҙә Палестина менән Израиль илдәре араһында һуғыш бушланды. Израилдә беҙҙең ватандаштарыбыҙ, яҡташтарыбыҙ күп йәшәй. Ошо көндәрҙә уларҙың береһе – билдәле ҡумыҙсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың ҡыҙы Ләйсән һәм уның әхирәте Луиза ошо мәхшәрҙән иҫән-һау ҡотолоп, тыуған еренә ҡайтып төштө. Ләйсәндең әсәһе ошо көндәрҙә кисергәндәре тураһында уртаҡлашты. – Ҡыҙым финанс һәм эшҡыуарлыҡ иҡтисады һөнәренә уҡып сыҡҡайны. Әммә уның күңеленә сәнғәт донъяһы яҡын булып сыҡты. Ойоштороу һәләте шәп һәм уға ошо йүнәлештә эшләү оҡшай. Тәүҙә Ҡытайҙа электрон диджей курстарын үтте, һуңынан Санкт-Петербургта бер йыл уҡыны, музыка яҙа башланы. Унда яңы форматта өс сәғәтлек концерт та ҡуйҙы. Артабан маҡсатына өлгәшеү өсөн музыка ныҡ үҫешкән Израилгә юлланды. Унда тормош ҡиммәт, шуға ла өс урында эшләп, яратҡан шөғөлө буйынса ла белемен үҫтереүҙе дауам итте. Унда туғыҙ ай самаһы йәшәп өлгөрҙө һәм бына һуғыш башланып китте... Ул иптәш ҡыҙы менән Тель-Авив ҡалаһының бер биҫтәһендә йәшәне. Тирә-яҡты утҡа тотоуҙы күргән. Ул был хаҡта: “Тәҙрәнән ҡарап торам, бомбаларҙы һауала атып төшөрәләр. Ҡайһы берҙәре ергә төшөп шартлай”, – тип һөйләне. Һауа тревогаһы ишетелгәс тә, бөтәһе лә бомбоубежищеға йәшенә, ти ул. Беҙҙең ҡыҙҙар һауа тревогаһын ишетеү өсөн тәҙрәне асып йоҡлаған. Сирена тауышы ишетелеү менән йортта йәшәгәндәр баҫҡыс майҙансығына йыйылабыҙ, тип һөйләне ул. Шул минуттарҙа кемдер илай, кемдер ныҡ ярһый. Ләйсән юғалып ҡалмаған, башҡаларҙы тынысландырыр өсөн ҡумыҙҙа уйнаған. Әйткәндәй, ул ҡумыҙҙы һәр саҡ үҙе менән йөрөтә”, - тип һөйләне Гөлгөнә Сәрүәр ҡыҙы. Береһе лә бер ҡайҙа ла китмәй, бомбоубежищела йәшенеп ултырған саҡта, ике сая, ҡыйыу башҡорт ҡыҙы – Ләйсән менән Луиза тыуған яғына ҡайтырға сыға. Уларҙың юлға сығыуына унда аптырап тороп ҡалғандар. Шулай итеп, ҡыҙҙар урау-урау юлдар үтеп (Иордания, Ливан сиктәре аша), 46 сәғәттән һуң Мысырҙың Александрия ҡалаһына дуҫтарына килеп йығыла. Һуғыш юл хаҡының күтәрелеүенә лә булышлыҡ иткән - унан тура Рәсәйгә осоу өсөн билет хаҡын хатта 350 мең һумға тиклем күтәргәндәр. Шуға ла ҡыҙҙар ике туҡталыш аша, иң осһоҙ булған маршрутты һайлап ҡайтҡан. Билет эҙләүгә Ләйсәндең Өфөләге 12 йәшлек һеңлеһе Илүзә лә ҡушылған һәм табып биргән дә инде. “Илүзә ҡыҙым ике тәүлек буйына апайына билет эҙләгән. Беҙгә был хаҡта әйтмәне, аҙаҡ ҡына белдек. Мәскәүҙән Өфөгә поезда ҡайттылар. Беҙ туғандар менән ҡыҙҙарҙы тимер юл вокзалында гармун уйнап ҡаршы алдыҡ. Иҫән ҡайтып инеүҙәренә шул тиклем ҡыуандым. Ҡыҙымды һуғыштан ҡаршы алғандай булдыҡ”, – тине Гөлгөнә Сәрүәр ҡыҙы. Фото: Гөлгөнә Зәйнетдинованың ғаилә архивынан.