Кисә, 19 сентябрҙә, “Өфө – Белорет – Магнитогорск” автомобиль юлында 198-се километрында “ВАЗ-21099” автомобиленең артҡы тәгәрмәсе шартлап, ҡаршы хәрәкәт иткән “КаМАЗ”-ға барып бәрелә. Йөк автомобиленең водителе зыян күрмәгән, еңел автомобилдең водителе һәм пассажиры йәрәхәтләнгән. Республиканың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, еңел автомобилдәге 21 йәшлек пассажир транспорттан үҙе сыға алған, ә бына 20 йәшлек водителдең аяғы ҡыҫылған булған. Йөк автомобиле менән идара иткән Түбәнге Новгород өлкәһенән 41 йәшлек водителдең килеп тыуған хәлдә дөрөҫ ҡарар ҡабул итеүе һөҙөмтәһендә еңел автомобилдәге кешеләр иҫән ҡалған. Бындайҙар тураһында “бәхетле күлдәктә” тыуған тиҙәр. Әйткәндәй, ял көндәрендә республиканың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре көсәйтелгән режимда эшләй, рейдтарға сыға. Был аварияларҙы иҫкәртеү, эскән килеш рулгә ултырған водителдәрҙе аулау, юлдарҙа юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоусыларҙы асыҡлау маҡсатында ойошторола. Фото: @bash_gibdd