Тәрбиә эшенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып һөнәри ориентация эше иҫәпләнә. Бындай экскурсиялар – уҡыусыларҙы күп төрлө һөнәрҙәр менән таныштырыу мөмкинлеге. Улар балалар һәм үҫмерҙәргә бөгөн иҡтисадтың реаль секторында талап ителгән эшсе, инженер һөнәрҙәр һайлауына булышлыҡ итә. Ошо көндәрҙә Әбйәлил районының Йәнгел ауылындағы мәктәптә 9-сы класта уҡыған 16 бала “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Сибай күп профилле һөнәри колледжына барҙы. Колледж уҡытыусылары балаларға уҡырға инеү тәртибе, бындағы белгеслектәр, кәрәкле һөнәрҙәр тураһында һөйләне. Егеттәр электрика буйынса дәрестәрҙә ҡатнашты, ә ҡыҙҙар кейем дизайнеры һөнәре менән танышты. Өлкән класс уҡыусылары өсөн һөнәр һайлау проблемаһы һәр ваҡыт көнүҙәк. Йәмғиәттәге үҙгәрештәр яңы һөнәрҙәр барлыҡҡа килеүгә килтерә, ә балалар был турала белмәй ҡала. Традицион һөнәрҙәр ҙә үҙгәрештәр кисереп тора, талаптар үҙгәрә. Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Әбйәлил районы хакимиәте.