Бөгөн Рәсәй Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова йәмәғәт ярҙамы штабында депутаттар менән осрашты. Улар – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға әле яңы ғына һайланған йәш парламентарийҙар. Аралашыу формаль булмаған мөхиттә үтте, йәш депутаттар сенаторға үҙҙәрен борсоған һорауҙарын бирҙе һәм ҡыҙыҡлы тип тапҡан тәҡдимдәрен индерҙе. Осрашыуҙа фехтование буйынса олимпия чемпионы Аделина Заһиҙуллина, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия интернаты директоры Илнур Сәлихов, йырсы Рәмил Бадамшин, “Берҙәм Рәсәй” гәзите вәкиле Елена Арямнова һәм башҡалар ҡатнашты. – Был минең яңы ғына һайланған йәш парламентарийҙар менән тәүге осрашыуым. Быйыл беҙҙең Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарының уртаса йәше ныҡ ҡына йәшәрҙе. Элек ул 60-тан күберәк булһа, әле - 49. Яңы составтағы депутаттарҙың 19-ы – 35 йәшкә тиклемгеләр, – тине Лилиә Салауат ҡыҙы. Һөйләшеү барышында төрлө темалар күтәрелде. Айырыуса мәғариф, уҡытыусылар, уҡыу йорттарын ремонт