Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Салауатта ауыл хужалығы күргәҙмәһе үтте

Салауат ҡалаһында Ленин исемендәге майҙанда Республика көнөнә арналған ауыл хужалығы йәрминкәһе үтте. Ул ҡала халҡына ысын мәғәнәһендә көҙгө байрам бүләк итте. Йәрминкә өсөн концерт программаһы һәм музыкаль оҙатыу ойошторолдо. Ҡала артистары халыҡ йырҙарын башҡарып ҡыуандырҙы. Йәрминкәгә килгән кешеләр үҙҙәренә кәрәкле әйберҙәр ҙә, һәйбәт кәйеф тә алды. Республика фермерҙары күп төрлө тауар тәҡдим иткән. Ит һәм балыҡ, йәшелсә һәм емеш-еләк һәм әлбиттә: бал. Ниндәйе генә юҡ ине: йүкә, сәскә, ҡарабойҙай балы. Шулай уҡ теләге булғандар декоратив, емеш-еләк һәм баҡса өсөн ағастар үҫентеләрен ала алды. Был йәрминкә республиканың фермер хужалыҡтарына һәм баҡсасыларға үҙ тауарын һатырға, ә ҡала халҡына ҡышҡылыҡҡа кәрәкле тауарҙар алырға ярҙам итте. Ауыл хужалығы йәрминкәһе ҡала халҡын тауар етештереүселәр хаҡы буйынса ҡулланыусылар тауарҙары менән тәьмин итеү, ауыл хужалығы тауарҙарын һатыуға шарттар булдырыу өсөн ойошторола һәм “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты маҡсаттарына тура килә. Билдәле булыуынса, был милли проект ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылған. Фото: Салауат районы хакимиәте.