Өфөлә барған II “Кәртәләрҙе емереп” Бөтә Рәсәй асыҡ форум-күргәҙмәһендә ысын мәғәнәһендә “ҡаршылыҡтар емерелә”. Бында предприятиелар, ойошмалар, власть органдары - үҙенсәлекле кешеләргә ысынлап ярҙам итеүселәрҙең барыһы ла үҙ-ара килешеп эш итә. Тәбиғәтебеҙ бик матур һәм уны бөтә граждандарға, шул иҫәптән сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә күрһәтергә теләйбеҙ. Ошондай мәсьәләләр ҡаралды бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында барған “Башҡортостан һәр кем файҙалана алырлыҡ туризм үҙәге кеүек” тип исемләнгән “түңәрәк өҫтәл”дә. - Бөгөн туристар ағымы арта, һәм туризм һәр кем, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн файҙалана алырлыҡ булһын, - тип белдерҙе республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары Светлана Верещагина. Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа туризм бик йылдам үҫешә. Быны Туристик индустрияның үҫеше тураһында ҡунаҡханаларҙа һәм башҡа урынлаштырыу сараларында туҡталған граждандар һанының артыуы иҫбатлай. Мәҫәлән, 2018 йылдан был күрһәткес 20 процентҡа артҡан. 2010 йылда – 762,4 мең кеше, 2018 йылда – 1169,1, 2022 йылда 1399,5 кеше булған. Автор фотолары.