Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Кешенән ҡурҡмаған ҡырағай хайуандар бармы?

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡала һәм ауылдарға инергә батырсылыҡ иткән ҡырағай хайуандар рейтингын төҙөгән. Был исемлектә тәүге урында төлкөләр тора. Быйыл “112” һандарын йыйып, төлкө менән осрашыуҙары тураһында йөҙгә яҡын кеше шылтыратып әйткән. Икенсе урында мышылар килә. Йыл башынан 74 мөрәжәғәт теркәлгән. Шуларҙың 36-һы май айында, мышыларҙың уйын ваҡытына тура килгән. Был мәлдә айырыуса ата мышылар ҡурҡыу тойғоһон юғалта. Өсөнсө урында йыландар тора. Йыландан ҡотҡарыуҙы һорап 72 тапҡыр шылтыратҡандар. Айырыуса көндәр һыуытып, йыландар йорт-ҡураларҙа йәшеренә башлағас, мөрәжәғәттәр һаны артҡан. Ә бына айыуҙар менән осрашыу тураһында хәбәр итеп йыл башынан 42 тапҡыр шылтыратҡандар. Август-сентябрь айҙарында мөрәжәғәттәр һаны артып, 25 шылтыратыу теркәлгән. Бүреләр, һеләүһендәр, тейендәр һәм үрмәкселәр менән осрашыу тураһында ла шылтыратыусылар булған. Йәмғеһе йыл башынан ҡырағай хайуандарҙың торлаҡ пункттарға инеүе тураһында 318 тапҡыр шылтыратып хәбәр

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡала һәм ауылдарға инергә батырсылыҡ иткән ҡырағай хайуандар рейтингын төҙөгән. Был исемлектә тәүге урында төлкөләр тора. Быйыл “112” һандарын йыйып, төлкө менән осрашыуҙары тураһында йөҙгә яҡын кеше шылтыратып әйткән. Икенсе урында мышылар килә. Йыл башынан 74 мөрәжәғәт теркәлгән. Шуларҙың 36-һы май айында, мышыларҙың уйын ваҡытына тура килгән. Был мәлдә айырыуса ата мышылар ҡурҡыу тойғоһон юғалта. Өсөнсө урында йыландар тора. Йыландан ҡотҡарыуҙы һорап 72 тапҡыр шылтыратҡандар. Айырыуса көндәр һыуытып, йыландар йорт-ҡураларҙа йәшеренә башлағас, мөрәжәғәттәр һаны артҡан. Ә бына айыуҙар менән осрашыу тураһында хәбәр итеп йыл башынан 42 тапҡыр шылтыратҡандар. Август-сентябрь айҙарында мөрәжәғәттәр һаны артып, 25 шылтыратыу теркәлгән. Бүреләр, һеләүһендәр, тейендәр һәм үрмәкселәр менән осрашыу тураһында ла шылтыратыусылар булған. Йәмғеһе йыл башынан ҡырағай хайуандарҙың торлаҡ пункттарға инеүе тураһында 318 тапҡыр шылтыратып хәбәр иткәндәр. Ҡотҡарыусылар ҡырағай хайуандар менән осрашҡанда һаҡ булырға, яйлап ҡына ситкә китергә һәм “112” һандарын йыйырға кәңәш итә. Ҡырағай йәнлекте ҡурҡытып маташмағыҙ, ҡысҡырмағыҙ. Ҡырағай йәнлектәр, ғәҙәттә, кешенән ҡурҡа һәм үҙенә хәүеф янағанда ғына һөжүм итә икәнлеген онотмағыҙ. Ә һеҙҙең ҡырағай йәнлек менән осрашҡанығыҙ бармы? Хәтирәләрегеҙ менән уртаҡлашығыҙ! Фото: Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан алынды.