Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һис кенә лә тик ултырмай...

Күптәр бәйләү, сигеү, тегеү, ағас эше менән булышҡан саҡта үҙен мәшәҡәттәрҙән арынғандай тоя. Күңел тартҡан шөғөл кешене тынысландыра, сетерекле мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә лә ярҙамы бар. Ижад ярҙамында дауалау, йәғни арт-терапия, психологияла һәм психотерапияла киң ҡулланыла. Был фекер менән ҡул эштәре менән шөғөлләнеүселәрҙең барыһы ла килешә. Яратҡан шөғөлдәре - уларға оло ҡыуаныс килтерә, бер аҙ табыш сығанығы ла. Алтын ҡуллы оҫталарҙың күбеһе хаҡлы ялға сыҡҡас, яратҡан эштәренә тотона. Шундай оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе Баймаҡ районы Йомаш ауылында йәшәй. Фәриҙә Ибәева башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәрен, селтәр, ҡашмау эшләй. Күҙ нурҙарын түгеп тыуҙырған матурлыҡ өлгөләрен ауылдаштары һатып ала, туғандарына бүләк итә. -Һис кенә лә тик ултырырға яратмайым, буш ваҡытым булдымы, ҡулыма бәйләм йәиһә сигеү тотам. Төрлө сигеүҙәр һалып, нағышлап мендәр, диван япмалары эшләнем, бәйләп ултырғыс ябыуҙары, иҙәнгә төрлө түшәктәр түшәп һалдым. Шулай уҡ биҙәүестәр, селтәр, ҡашмау эшләү менән булышам. Ҡул эше күңелемә йыуаныс бирә, кәйефте күтәрә, - ти Фәриҙә Ғимал ҡыҙы. Әйткәндәй, уңған ханым гөлдәр үҫтерә, баҡсасылыҡ менән дә булыша. Йорто ла балҡып ултыра, йөҙө лә ҡояштай яҡты. Фәриҙә Әбәева хаҡында тулыраҡ яҙманы гәзитебеҙҙең алдағы һандарында таныштырырбыҙ. Автор фотолары