19 октябрҙә Өфөлә күренекле композитор Салауат Низаметдиновҡа мемориаль таҡтаташ асылды. Сарала Башҡортостандың Композиторҙар союзы рәйесе Ләйлә Исмәғилева, Мәҙәниәт министрлығының профессиональ сәнғәт бүлеге начальнигы Гүзәл Сөләймәнова, Рәсәй Инвалидтар спорт союзы президенты, Дәүләт йыйылышы депутаты Флүр Нурлығаянов, Хор капеллаһы етәксеһе Алһыу Хәсбиуллина, Республиканың мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, композиторҙың ҡатыны Рәзидә Низаметдинова, ҡыҙы Ләйсән һәм уның яҡындары ҡатнашты. Башҡорт һәм рус телдәрендә яҙылған мемориаль таҡтаташ Ленин урамындағы 162-се йорт фасадына ҡуйылған, унда композитор 1997 йылдан 2003 йылға тиклем ғаиләһе менән йәшәгән. Киләсәктә Өфө скверҙарының береһенә композиторҙың исемен биреү планлаштырыла. Шулай уҡ 14 декабрҙә Башҡорт опера һәм балет театрында «Ай тотолған төндә» операһының премьераһы буласаҡ. Салауат Әхмәҙи улы Низаметдинов 1957 йылдың 3 мартында Учалы районының Миндәк ауылында күп балалы шахтер ғаиләһендә тыуған. Ете йәшендә ул Өфөнөң һуҡы