Найти тему
Башкортостан 24

“Өфө ваҡыты” 19 октябрь: кем һин, Нейтан?

   “Өфө ваҡыты” 19 октябрь: кем һин, Нейтан?
“Өфө ваҡыты” 19 октябрь: кем һин, Нейтан?

“Башҡортостан 24” муниципаль телевизион каналының “Өфө ваҡыты” тапшырыуының кесаҙналағы, башҡорт телендәге сығарылышы исемдәргә арналды.

Сөнки, гражданлыҡ акттарын теркәү идаралығы ҡыҙыҡлы статистика иғлан иткәйне. Өфөлә быйыл донъяға килгән ҡыҙҙарҙы ата-әсәләре Миша, Наоми, Иман, Алика, Флүзә тип нарҡылаған. Ә бына малайҙарға ҡушылған исемдәр араһында һирәк осрағандары юҡ түгел: Нэйтан, Валентин, Мансаф, Северин һәм Бәкир. Үҙгәрештәрҙең сәбәбе миграцияға ла бәйле, ти белгестәр. Баш ҡаланың Киров районы ЗАГС идарағы әйҙәүсе белгесе Сәлиә Ҡужахмәтова әйтеүенсә, бөгөн ата-әсәләр Европа илдәрендә киң таралған исемдәргә өҫтөнлөк бирә. Уның аңлатмаһы түбәндәгесә. Сабыйҙы тәрбиәләүселәр киләсәктә балаһының башҡа дәүләттәргә күсеп китәсәгенә ышана. Урындағы йәмғиәткә яраҡлашыу өсөн исемдәр ҙә универсаль булырға тейеш.

Филология фәндәре кандидаты Зөләйхә Хәбибулина һүҙҙәренә ҡарағанда, Өфөлә хәҙер бороңғо башҡорт исемдәре лә тарала бара. Мәҫәлән, Самрау, Зәйнәб, Зәкиә. Бөгөн исемдәр аңлатмаһынан торған айырым бер һүҙлек өҫтөндә эш алып барыу кәрәк.

“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән йомаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.

Смотрите видео

--------------------------

Присоединяйтесь к калалу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!

Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».