Найти тему
Башҡортостан гәзите

100 йәшен дә байрам итербеҙ!

Бәләбәй районының Шаровка ауылында ғүмер йомғағын һүтеүсе Нина Михайлова ошо көндәрҙә 95 йәшен билдәләгән. Нина Ефимовнаны, күркәм юбилейы айҡанлы, Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев ҡотлаған. Азат Альверт улы "Бәйләнештә" социаль төркөмөндә былай тигән: – Яҡташыбыҙ Нина Ефимовнаға – 95 йәш, ул тыумышы менән Ырымбур өлкәһенең Кесе Сүрмәт ауылынан, – тип яҙған Азат Сәхәбиев. – Ул Бөйөк Ватан һуғышы осоронда 14 йәшендә генә торф сығара, ә 23 йәшендә Новотроицк ҡалаһында эре төҙөлөштә ҡатнаша. Ә инде Кесе Сүрмәткә ҡайтҡас, сирек быуат ғүмерен һауынсы һөнәренә арнай. Аҙаҡтан Бәләбәй районының Шаровка ауылында йәшәй. Нина Михайловаға тыныс ҡартлыҡ, шатлыҡлы һәм бәхетле ғүмер теләйбеҙ! Азат Альверт улы билдәләүенсә, Нина Михайлова 95 йәшендә 13 ейән-ейәнсәр, 36 бүлә-бүләсәр һәм өс тыуа-тыуасар һөйөп ҡыуаныс кисерә. Фото: Азат Сәхәбиев.