Быйыл алдынғы технологияларҙы ҡыйыу үҙләштереү Республика онкология диспансеры хирургтарына ҡатмарлы әмәлиәттәрҙе уңышлы үткәрергә булышты. Шул арҡала онкологтар бригадаһы ун кешенең шайыҡ биҙендәге яман шештәрҙе операция ярҙамында ала алды. Өҫтәүенә пациенттарҙың йөҙ хәрәкәтен һаҡлап ҡала алғандар. Ҡатмарлы әмәлиәт “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Онкология сирҙәре менән көрәш” программаһына ярашлы алынған заманса ҡорамал ярҙамында башҡарылған. Процедура ҡатмарлы, хирургик әмәлиәт барышында биҙҙән зыян килтермәйсә йөҙ нервын бүлеп алырға кәрәк. Уға зарар килгәндә, парез һәм фалиж һуғыу сирҙәре барлыҡҡа килеүе, кешенең социаль хәленә һәм физик торошона кире йоғонто яһауы бар. Әмәлиәт барышында хирургтар бригадаһы операция микроскопы һәм интраоперация нейромониторингын файҙалана, был ҡорамалдар периферия нервылары хирургияһында ҡулланылыусы алтын стандарт. Яңы аппарат неврологик өҙлөгөүҙәрҙе кәметә. Шайыҡ биҙҙәренә яһалған әмәлиәттәр йыш ҡына дауалауҙың иң тәьҫирле һәм тиҙ ысулы. Р