Төркиә эшҡыуарҙары әүҙем ҡышҡы ял өсөн кейемдрҙе һәм ҡорамалдарҙы Башҡортостанда етештереүҙе күҙаллай. Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева һәм Төрөк Республикаһы вәкилдәренең осрашыу мәлендә ошо хаҡта билдәле булды. Был сара “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына (национальный проект «Международная кооперация и экспорт»)ярашлы уҙғарылды. Башҡортостанда спорт кейемен тегеү тормошҡа ашырҙай эш, тип иҫәпләй министр. “Тау саңғыһы өлкәһендәге продукцияға Төркиәлә һорау булғанда, республикабыҙ үҙенең предприятиеларында яңы йүнәлеш асырға әҙер”, - тине Маргарита Болычева. Төркиә вәкилдәре Башҡортостанда ҡулланылған ашламалар менән ҡыҙыҡһыныуҙарын да белдерҙе. Тәҡдимдәр күп булыуы сәбәпле, берлектәге эште ентекле тикшереү өсөн яҡтар яңы осрашыуҙар уҙғарырға килеште. Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева әйтеүенсә, быйыл ғинуар-июль айҙарында Башҡортостан һәм Т