Көҙ көндәре күптәребеҙ кәйефе төшөп, төшөнкөлөккә бирелеп китәбеҙ йәиһә юҡ-барға ғына ҡыҙып китеүсәнгә әйләнәбеҙ, шуның өсөн үлән төнәтмәләрен эсеп ҡарайыҡ. 20 г бөтнөк үләне сәйе, 25 г бесәй үләне тамыры, 50 г мәтрүшкә сәскәһе, 50 г ҡандала үләне, 50 г энәлек алырға. Ике ҡалаҡ ошо үләндәр ҡатнашмаһына ярты литр ҡайнар һыу ҡойоп төнәтергә һәм ашар алдынан яртышар стакан эсергә. Мелисса борон-борондан йоҡоно тынысландырыусы бик шәп сара ғына түгел, көйәләнеүҙән һәм ҡуҙғыусанлыҡтан алмаштырғыһыҙ дауа булып һаналған. Йоҡоһоҙлоҡтан яфаланғанда бер стакан түбәндәге сәйҙе эсергә мөмкин. Уны әҙерләү өсөн бер ҡалаҡ мелисса япрағы, ярты ҡалаҡ һары мәтрүшкә, ярты ҡалаҡ ҡомалаҡ тубырсығы алына. Ярты ҡалаҡ ошо үләндәр ҡатнашмаһына бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, өҫтөнә ҡапҡас ябып, 15 минут тоторға һәм йоҡларҙан ике сәғәт алда эсергә. Йоҡоһоҙлоҡтан тағы ошондай төнәтмә ярҙам итер. Өс ҡалаҡ мелиссаға 200 мл ҡайнар һыу ҡойоп, ҡапҡас ябып, биш минут ҡуйып тороғоҙ. Ҡапҡасҡа йыйылған тамсыларҙы төнәт