Бөгөн, 19 октябрҙә, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Мәскәүҙә үткән Халыҡ-ара “Рәсәйҙә эшләнгән” экспорт форумында ҡатнашты. Хөкүмәт рәйесе юғары технологиялы продукциялар күргәҙмәһен ҡараны һәм, “Төбәктәрҙең яңы көсө” сессияһында ҡатнашып, республиканың иң яҡшы эш тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Башҡортостан – ил күләмендә күрһәтерлек иң яҡшы практикаларға эйә донор-төбәктәрҙең береһе, тип билдәләне Андрей Назаров. Рәсәй экспорт үҙәгенең иң яҡшы практикалары исемлегенә Башҡортостандың 7 кейсы инде. Форум барышында Бөтә Рәсәй “Йыл экспортеры” конкурсының федераль этабы еңеүселәре лә тәбрикләнде. Конкурста ҡатнашыу өсөн 1500-ҙән ашыу ғариза тапшырылған. “Электрон сауҙа өлкәһендә иң яҡшы экспортер” номинацияһында Башҡортостандан "Ураллесэкспорт" компанияһы билдәләнгән. Предприятие ағастан йорттар төҙөү өсөн экологик сеймал әҙерләү менән шөғөлләнә. Тауарҙың 97 проценттан ашыуы экспортҡа йүнәлтелә. Сығанаҡ һәм фото: pravitelstvorb.ru
Еңеүселәр араһында Башҡортостан предприятиеһы ла бар
19 октября 202319 окт 2023
~1 мин