Октябрьский ҡалаһында йәшәгән 89 йәшлек Нурикамал Ғиләзетдинованың ике аяғы ла юҡ, бынан бер нисә йыл элек ҡырҡҡандар. Ошондай ауыр хәлдә ҡалыуына ҡарамаҫтан, ул тормошҡа зарланмай, үҙендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүгә көс таба – улар өсөн мунса өсөн йыуғыс бәйләй. Нурикамал апайҙа был хаҡта уй ҡапыл тыуа: телевизорҙан күптәрҙең Рәсәй яугирҙәренә бәйләнгән ойоҡбаш һәм бейәләй ебәргәнен күреп, изге эшкә ҡушылырға ҡарар итә. "Әгәр килеп сыҡһа, яҡшы, бәйләргә тырышырмын, тип уйланым. Мин быға тиклем дә туғандарыма, мунсалары булған һәр кемгә йыуғыс бәйләнем. Йыуғыс өсөн епте ҡыҙымдың әхирәте Рузилә килтерә", - тип һөйләй изге күңелле ҡатын. Нурикамал Шәкирйән ҡыҙының яҙмышы еңелдән түгел: бала сағында һуғыш башлана. Ата-әсәһе һуғышҡа тиклем үк вафат була, өс балаһын өләсәһе тәрбиәләй. Бәләкәй сағынан Туймазы совхоздарында эшләй, төрлө урындарҙа эшләргә тура килә. Кейәүгә сыҡҡас, Нурикамал Шакирйән ҡыҙының тормошо еңеләйә, иренең эш урынынан фатир ҙә бирәләр. Үҙе лә