ӨДНТУ реверсив инжиниринг үҙәге Өфө вуз-ара кампусында дүрт лаборатория һәм конструкторҙар бюроһы урынлаштыра. Үҙәк төбәк һәм илдең машиналар эшләү тармағы өсөн кадрҙар әҙерләй, шулай уҡ ситтән килтерелгән материалдарҙы үҙебеҙҙекеләргә алмаштырыу менән шөғөлләнә. - Машина төҙөү үҫешһен өсөн, сит илдән килтерелгән изделиелар конкуренцияһы шарттарында ватан производствоһының аяҡҡа баҫыуы кәрәк. Ә был күп йыллыҡ хеҙмәт. Һәр эште квалификациялы белгестәр әҙерләүҙән башлау маҡсатҡа ярашлы. Вуз-ара кампуста ҡатмарлы, оҙайлы, ныҡышмал эш көтә. Һөҙөмтәһе Рәсәйҙә машиналар төҙөү буйынса ыңғай динамика булыр, - ти ӨДНТУ -ның реверсив инжиниринг үҙәгенең техник проекттар етәксеһе Мария Демченко. Үҙәк машина төҙөү өсөн материалдарҙы, машиналар һәм ҡорамалдар өсөн запас частар геометрияһын өйрәнеү менән шөғөлләнә, изделиеның бөтә циклдарында ла предприятиеларҙың булышлығын ойоштора, санкциялар баҫымы шарттарында дәүләт яҡлауы саралары тураһында консультациялар бирә. Бынан тыш, бында конструкторҙар
Вуз-ара кампус машиналар төҙөү буйынса кадрҙар әҙерләй
19 октября 202319 окт 2023
1 мин