Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Спортҡа иғтибар һәр саҡ көслө

Бөгөн, 19 октябрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Физкультура һәм спортты үҫтереү буйынса совет ултырышында ҡатнашты. Уны Пермдә Владимир Путин үткәрҙе. Һөйләшеүҙең төп темаһы – Рәсәй төбәктәрендә спорт инфраструктураһының үҫеше. - Ундай инфраструктураның үҫешкән булыуы, спорт объекттарының күплеге һәм төрлөлөгө тормош сифатына, миллиондарса кешеләрҙең һаулыҡ торошона тәьҫир итә, физкультура менән даими рәүештә шөғөлләнергә мөмкинлектәр аса, - тип билдәләне Владимир Путин. Дәүләт башлығы һуңғы дүрт йылда Рәсәй халҡы араһында даими раәүештә спорт менән шөғөлләнеүселәр һанының 40-тан 53 процентҡаса үҫеүен әйтте. 2030 йылға был күрһәткес 70 процентҡа етергә тейеш. Ултырышта ҡатнашыусылар яңы спорт объекттары төҙөң, булғандарын заманса итеп үҙгәртеү, атлеттар өсөн үҙебеҙҙә экипировка һәм кәрәкле ҡорамалдар етештереү, спорт тармағына дәүләт ярҙамы, ярыштар календары булдырыу тураһында фекер алышты. Мәҫәлән, Рәсәйҙең Паралимпия комитеты президенты Павел Рожков быйыл ноябрҙә Өфөлә “Ватанды һаҡлаусылар Кубогы” үтеүе тураһында белдерҙе. Ярыштарҙа Волга буйы һәм Урал федераль округтарынан махсус хәрби операция ветерандары ҡатнашасаҡ. Башҡортостан Башлығы был турнир хәрби хәрәкәттәрҙә яраланған кешеләргә тулы ҡанлы тормошҡа ҡайтырға ярҙам итәсәк, тип белдерҙе. Рәсәй Спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили Башҡортостанда тормошҡа ашырылған “Ауыл тренеры” төбәк программаһы тәжрибәһен бик юғары баһаланы. Ул 2020 йылда төбәк Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән булдырылғайны. - Мин Спорт буйынса совет ултырышында тәүге тапҡыр ҡатнаштым. Президент спортты ныҡ күтәрә. Беҙ ҙә республикала ошо курсҡа таянабыҙ һәм атлеттарыбыҙға, күмәк халыҡ һәм профессионалдар йәлеп ителгән спорт төрҙәренә айырым иғтибар бүләсәкбеҙ, - тине Радий Хәбиров. Сығанаҡ һәм фото: glavarb.ru