"Бәйләнештә" социаль селтәрендә Баймаҡ районының Темәс ауылынан үҙенең ҡыҙыҡлы видеороликтары менән билдәле булып киткән Илсур Ильясов – “Майикмәк” һуңғы ваҡытта юғалды. Күптәрҙа “Майикмәк” ҡайҙа?” тигән һорау ҙа тыуғандыр. Яңыраҡ “Вапсап” төркөмөндә йөрөгән яҙмала “Майикмәк”тең әтәс эҙләүе асыҡланды. “Һаумыһығыҙ, Темәс төркөмөнә, бөтәһенә лә сәләм. Бөгөн кесе йома, иртәгә йома. Бөгөнгө көн һәйбәт үтһен, йома көндәре лә һәйбәт үтһен. Әтәс өшөпмө үлде инде. Ҡышҡылыҡҡа тауыҡтарға әтәс кәрәкме? Нисек? Әллә йәйгелеккә генә кәрәкме? Шәмбе сығып ҡарағайным, ниңәлер әтәстәр һатылмай. Һеҙҙә, Темәс төркөмө, кемдә артыҡ әтәс юҡмы? Тауыҡтар әтәсһеҙ йонсомаймы, нисек? Ҡышлыҡҡа әтәс кәрәкме, әллә йәйгелеккә кәрәкме? Әтәс үлгән ине, һарайға инһәм, тауыҡтарҙың кәйефе юҡ кеүек. Шуға әтәстәр юҡмы, тием...” – тип ауылдаштарына мөрәжәғәт иткән. Беҙ ауылда йәшәгән осорҙа, бала саҡта, тауыҡтар менән әтәсте бергә көттөләр. Хәҙерге тауыҡтар әтәсһеҙ ҙә йомортҡа һала тиҙәр. Шуға ла ҡышҡылыҡҡа әтәс кәрәкме? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ? “Майикмәк” ҡыҙыҡ та, шул уҡ ваҡытта тормошсан да һорау бирә бит. Фото: скриншот.
Әтәс үлгән ине, һарайға инһәм, тауыҡтарҙың кәйефе юҡ кеүек...
Около минуты
19 октября 2023