XII Халыҡ-ара “Рәсәй – спорт державаһы” форумы 2024 йылда Өфөлә үтәсәк. Был хаҡта бөгөн, спорт форумының пленар ултырышы барышыныда, Рәсәй Президенты Владимир путин белдерҙе. Быйыл форумды Пермь ҡабул итә. - Традицияға ярашлы, форум беҙҙең ҙур илебеҙҙең төрлө ҡалаларында үтә. Был юлы ул ҡала Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфө буласаҡ, - тине Владимир Путин. – 2024 йылда Өфө 450 йыллығын билдәләй. Форум ҡунаҡтары байрам сараларында ҡатнашасаҡ, Рәсәйҙең үҙенсәлекле, бик ҡыҙыҡлы һәм яҡлы төбәгенең мәҙәниәте, тарихы һәм мираҫы менән таныша аласаҡ. Пермдәге XI “Рәсәй – спорт державаһы” форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнаша. Төбәк етәксеһе форумды Өфөлә үткәрергә ҡарар иткәне өсөн ил Президентына рәхмәт белдерҙе һәм был сара юғары кимәлдә үтер, тигән ышаныс белдерҙе. - Был беҙҙең өсөн ҙур ҡаҙаныш. Күп кенә төбәктәр форумды үҙҙәрендә үткәреү өсөн көрәшеүен билдәләгем килә. Был бик ҙур ҡаҙаныш. Ҡағиҙә булараҡ, ил етәкселәре, бөйөк спортсылар килә. Республика халҡын Президенттың ошондай ҡарар ҡабул итеүе менән ҡотлайым. Был форум Өфөнөң 450 йыллығына арналған тантаналы сараларҙың бер өлөшө буласаҡ, - тине Радий Хәбиров. Рәсәй спорт министры Олег Матыцин “Рәсәй – спорт державаһы” алда торған форумды Башҡортостан лайыҡлы үткәрер, тип ышанам, тине. Сығанаҡ һәм фото: glavarb.ru
Башҡортостан 2024 йылда “Рәсәй – спорт державаһы” форумын ҡабул итәсәк
19 октября 202319 окт 2023
1 мин