Найти тему
Башҡортостан гәзите

Министр 100 йәшлек ветеранды ҡотланы

Бөгөн Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Искәндәров Стәрлебаш районында эш сәфәре менән барҙы. Министрҙың беренсе туҡталышы Тормай ауылында булды. Унда ул “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу” төбәк программаһы сиктәрендә төҙөлгән фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу тантанаһында ҡатнашты. Артабан район етәкселеге менән бергә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәйзулла Арыҫланбәк улы Биктимеровты 100 йыллыҡ юбилейы менән ҡотларға барҙылар. Фәйзулла Арыҫланбәк улы оҙаҡ йылдар республиканың урман тармағында эшләй, үҙен бик яҡшы ойоштороусы һәм етәксе итеп күрһәтә, коллегаларының абруйына һәм танылыуына лайыҡ булған. Министр үҙенең һәм республиканың барлыҡ урмансылары исеменән уға күп йыллыҡ һәм емешле хеҙмәте, һайлаған һөнәренә тоғролоғо өсөн рәхмәт белдерҙе, ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм яҡындары һәм туғандарын ҡыуандырып, оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәүен теләне. Марат Шәрәфетдинов эш сәфәре бырышында граждандарҙы күсмә ҡабул итеү үткәрҙе. Район халҡы урман участкаларында умарталар һәм умартасылыҡтар урынлаштырыу тәртибенә, урмандарҙы ебәк күбәләгенән ҡотҡарыуға, йүкә урмандарын һаҡлау һәм тергеҙеүгә, урмандарҙы рекреацион маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн түләү күләменә ҡағылышлы мәсьәләләр буйынса тейешле яуаптар алды. Халыҡты шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм ғаилә ағзаларын утын менән тәьмин итеү мәсьәләләре борсой. Артабан министр Екатеринбург инвесторҙары менән осрашты. Улар Стәрлебаш районында “Башҡорт еләге” инвестиция проектын тормошҡа ашыра башлаған. Ғөмбаҙы ауылы эргәһендәге ер участкаһында һырғанаҡ үҫтереү буйынса үтә йылдам үҫә торған баҡсалар булдырыласаҡ. Фото: vk.com/marat.sharafutdinov.minles