Тихон Хренников фонды президенты, “Я – МОГУ!” журналын ойоштороусы Андрей Кокарев бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында барған “Кәртәләрҙе емереп” форумында журналистар менән осрашты. Был журнал мөмкинлектәре сикһеҙ булған, яҙмыш һынауҙарына һынмаған, изгелекте һәм ярҙамсыллыҡты өҫтөн күргән кешеләр тураһында. – Ниндәй генә хәлдәр теркәлһә лә, һынмау тураһындағы журналды баҫыу идеяһы улым менән бәйле, - тине Андрей Игоревич. – 14 йыл элек, ошо кәндә, балалар церебраль фалижы менән сирләгән улым тыуҙы. Шулай итеп, Артем Кокарев журналды баҫтырыу тураһындағы идея сығанағына әйләнде. ...Рәсәйҙә 11 миллиондан ашыу инвалид йәшәй. Уларҙың 700 меңе – балалар. Нигеҙҙә, улар тормошон яҡтыртҡан “Я – МОГУ!” журналы йылына дүрт тапҡыр сыға. Тиражы – 3500 дана. Быйыл декабрҙә баҫманың 10-сы һаны донъя күрәсәк. Автор фотолары.
Был баҫма – мөмкинлектәре сикһеҙ булғандар тураһында
19 октября 202319 окт 2023
~1 мин