Бөгөн Дүртөйлө районына эш сәфәребеҙ Мәскәү ауылынан башланды. Ауыл биләмәһе башлығы Динар Хөснөтдинов менән күрешкәс тә, уның: “Башҡортостан” гәзитен алдырабыҙ ҙа, уҡыйбыҙ ҙа”, - тип беҙҙең гәзитте күрһәтеүе кәйефте күтәреп ебәрҙе. “Айыҡ ауыл” конкурсының республика этабында быйыл 1-се урын яулаған ауылда тормош ҡайнап тора. Конкурста еңгән аҡса иҫәбенә әле спорт майҙансығы төҙөлә. Эш урындары күп булғанғамы, был тарафта йәштәр ҙә күп төпләнә. Ауылдың төҙөк булыуы, яңы йорттар ҡалҡыуы ла ошо турала һөйләй. Мәскәү ауылының йүнсел кешеләре менән дә аралаштыҡ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүсе, ауылдың төрлө сараларында бағыусы булараҡ булышлыҡ итеүсе эшҡыуар Илфир Ғилметдиновтың оло йәштәгеләргә республика баҫмаларына яҙҙыртып та бүләк эшләүен белдек. Быйыл ул ауылдаштарын “Башҡортостан”ға яҙҙыртып шатландырмаҡсы. Мәскәү ауылы тураһында гәзитебеҙ биттәрендә уҡырһығыҙ. Автор фотоһы.