Өфөлә Стандартлаштырыу һәм метрология үҙәгендә Волга буйы федераль округында сеймал һәм еңел сәнәғәт продукцияһын тикшереү менән шөғөлләнгән берҙән-бер уникаль лаборатория эшләй. Бында махсус кейем тегеүҙә ҡулланылған туҡымаларҙың, шулай уҡ көндәлек кейемдең сифаты билдәләнә. Лаборатория өсөн сит илдән бер ҙә ҡалышмаған ҡорамалдар тулыһынса илебеҙҙә йыйылған, төп өлөшөн Нефтекама ҡалаһы предприятиеларының береһе эшләгән. Республикалағы Моратшин исемендәге Стандартлаштырыу һәм метрология үҙәгенең Һынау үҙәге инженеры Евгений Дягилев һөйләүенсә, лабораторияла төп һынауҙар материалдарҙы иретеүгә үткәрелә. Ул биш секунд дауамында утҡа сыҙаған материал утҡа сыҙамлы тип иҫәпләнә тип билдәләй. Лаборатория әлегә аккредитацияланмаған, шуға күрә инжиниринг хеҙмәттәре заказсы компаниялар эшләгән сеймал буйынса ғына үткәрелә. Тейешле аккредитация алғандан һуң сеймал да, әҙер изделиелар ҙа, мәҫәлән, хәүефһеҙ һәм составында химик берләшмәләре булмаған балалар һәм мәктәп кейемдәре тикшереләсәк. Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, белгестәргә элек сеймал сифаты буйынса тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн Мәскәүгә һәм илдең Төньяҡ баш ҡалаһына барырға тура килгән, был уңайһыҙлыҡтар тыуҙырған. Шуға күрә кәңәшмәләрҙә йыш ҡына республикала ошондай лаборатория булдырыу тураһында мәсьәлә күтәрелә. Стандартлаштырыу һәм метрология үҙәгенең үҫеш буйынса директор урынбаҫары Фәнис Өмөтбаев билдәләүенсә, әлеге ваҡытта илдә сеймал етештереүселәр аҙ, ул Төркиәнән йәки Ҡытайҙан һатып алына һәм уны һатып алғанда артыҡ түләмәҫ өсөн даими контроль талап ителә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ағымдағы йылдың һигеҙ айында республикала 11 миллиард һумға тиерлек продукция етештерелде, был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 1,5 миллиардҡа күберәк. 25-26 октябрҙә Өфөлә ВДНХ-Экспо-ла “Легпром” форумы үтәсәк, унда һынауҙар процесын ҡарарға мөмкин буласаҡ. Был сара алдынан, 20 октябрҙә 15.00 сәғәттә, “Башинформ” агентлығында матбуғат конференцияһы үтәсәк, унда форумдың эшлекле өлөшөндә тикшереләсәк тармаҡтың киләсәге, проекттары һәм башҡа проблемалары тураһында мәсьәләләр ҡараласаҡ. Фото: БЮТ