Әле яңыраҡ ҡына Өфөлә фигуралы шыуыу буйынса Рәсәй гран прийы беренселеге үтте. Бик күп сағыу йондоҙҙар килгәйне баш ҡалабыҙға. Иҫ киткес шоу-программалары менән донъяға билдәле спортсылар Өфө тамашасыһын таң ҡалдырҙы. Әммә бөтәһе лә шыма ғына барманы, күңелһеҙ хәлдәр ҙә булды. Мәҫәлән, София Качушкина һәм Марк Волков парлап боҙҙа бейегән саҡта, спортсы ҡыҙ саҡ ҡына яңғлышлыҡ ебәрә һәм йығыла – ҡулы партнерының конькийы аҫтыда ҡала, бармғы өҙөлөү ҡурҡынысы янай. Ниндәйҙер мөғжизә менән генә Марк һикереп ҡыҙҙың ҡулын тапамай, ашатлай үтә, үҙе йөҙө менән боҙға саҡ йығылып китмәй. Бәхеткә күрә, оло бәлә булмай, берәү ҙә зыян күрмәй. Һөҙөмтәлә боҙ бейеүҙәрендә бишенсе урынды ала был пар. Фото: Башкирия/online.