“Бынан бик күп йылдар элек төҙөлөштә эшләгән ирем етенсе ҡаттан ҡолап, яҡты донъя менән хушлашты. Мин башланғыс класта уҡыған игеҙәктәрем – улым һәм ҡыҙым менән яңғыҙ ҡалдым. Яңғыҙыма уларҙы тәрбиәләү еңелдән булманы. Ҡала ерендә бит фатирыңа түләргә, үҫеп барған балаларҙы кейендерергә кәрәк, картуфын, итен, һөтөн – барыһын да һатып алаһың, етмәһә, мәктәп тә арыу уҡ аҡсаны һура ине. Өс йылдан ашыу ваҡыт үтеп, күңел яралары аҙыраҡ төҙәлгәс, бер кеше менән яҙмышымды бәйләнем. Ҡатынынан айырылған был ир балаларға ҡаты күңелле, етмәһә, бик һаран булып сыҡты. Кейәүгә сығыуын сыҡҡас, йәшәргә кәрәк тип, ике йылға яҡын түҙеп маташтым. Улыма ҡул күтәрә башлағас, ағайҙарыма әйтеп, башҡа килмәҫлек итеп ҡыуып сығарҙым. Һәм үҙемә һүҙ бирҙем: балаларым аяҡҡа баҫмайынса, тупһамды бер ир ҙә аша атлап инмәйәсәк! Шулай йылдар үтте. Балаларым үҫеп, һөнәр алып, ғаилә ҡорҙо. Арыу ғына урында эшләп йөрөйҙәр, тормоштары көйлө, ейән һәм ейәнсәр менән һөйөндөрҙөләр. Бер мәл күршемә йомош менән инһәм, бер ир сә