Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр тураһында яҙҙы. “Бөгөн Өфөлә “Кәртәләрҙе емереп” II Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһен астыҡ. Быйыл сараның темаһы – һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе комплекслы реабилитациялау системаһын формалаштырыу. Һәм бында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар айырым урын биләй. Башҡортостанда “үҙенсәлекле” кешеләр менән эшләү моделе формалаша. Уның компоненттарының береһе – реабилитациялау. Яңы саҡырыуҙарҙы иҫәпкә алып, программаны күп йүнәлештәр буйынса киңәйтәбеҙ. Реабилитация үҙәктәренән тыш, йыл һайын һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән 16 меңдән ашыу бала төрлө хеҙмәттәрҙән файҙалана. Киләһе йылда балаларҙы адаптив белем биреү программалары буйынса уҡытыу йүнәлешендәге “Салют” үҙәге ишек асасаҡ. Планда – Ишембай районында тағы бер үҙәк асыу. 2019 йылда, илдә беренселәрҙән булып, инвалид балаларҙы реабилитациялау буйынса дөйөм бюджеты 50 миллион һумдан ашыу булған сертификаттар бирелә башланы. Быйыл финанслау - өс тапҡырға, бындай хеҙмәттәрҙән файҙаланған балалар һаны 3,5 меңгә тиклем артты. Киләһе йылдан өлкән инвалидтарға, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға сертификат бирәсәкбеҙ. 90 миллион һум йүнәлтмәксебеҙ. Быйыл августа республиканың реабилитациялау сараларын һәм ҡоролмаларын етештереү буйынса туғыҙ предприятиеһы ҡорамалдарҙы һатып алыуға киткән 50 процент сығымды кире ҡайтарыуға субсидия алды. Предприятиеларҙың продукцияһын “Торатау” конгресс-холындағы форумда күрергә мөмкин”, - тип билдәләне Максим Забелин. Фото, сығанаҡ: vk.com/zabelinm