Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ишле ғаиләләр, был хаҡта онотмағыҙ!

Башҡортостанда ишле һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә милеккә бушлай ер бүлеү урынына торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға бер тапҡыр аҡсалата түләү биреү тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Уға ярашлы, аҡса күләме 250 мең һум тәшкил итә һәм исемләнгән таныҡлыҡ рәүешендә өс йылға тапшырыла. Уны фатир, бүлмә, шәхси торлаҡ йорт һатып алғанда иғәнә итеп файҙаланырға мөмкин. Шулай уҡ шәхси йорт һалырға, ипотека түләргә, ер участкаһы һатып алырға ла була. Республикала бындай ярҙамдан күп балалы һәм бәлиғ булмаған инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр файҙалана ала. Башҡортостанда йәшәгәндәрҙең барыһы өсөн дә был сертификат номиналы – 250 мең һум. Әйткәндәй, республикала ун йылдан ашыу инде күп балалы һәм бәлиғ булмаған инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙе ер участкалары менән тәьмин итеү программаһы эшләй. 2020 йылдың ноябренән аҡсалата сертификат тапшырыла башланды. Ул торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мөмкинлектәрен арттырҙы. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "май" указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты (национальный проект "Жилье и городская среда") бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Күптән түгел Ғафури районының Сәйетбаба ауылынан Светлана менән Алик Байбулдиндар ғаиләһе ер участкаһы өсөн компенсация булараҡ 250 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булды. Улар өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән, торлаҡҡа мохтаж булған граждандар булараҡ теркәлгәндәр. Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов был аҡсаның күп балалы ғаилә өсөн һиҙелерлек ярҙам буласағы тураһында әйтте һәм Байбулдиндарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса пландарының тормошҡа ашыуын теләне. Фото: zvezda-gafuri.ru