Найти тему
Башҡортостан гәзите

Әсә улын сабыр итеп көтә

Әлшәй районының Ҡайраҡлы ауылының көҙгө тынлыҡҡа сумған урамдарында кеше заты күренмәй. Аксенов ауыл Советы биләмәһе башлығы Дмитрий Сидоров менән моңһоу һиллекте боҙоп, Вера Петровнаның йорт ҡапҡаһын аҡрын ғына шаҡыйбыҙ. Хужабикә өйҙә юҡтыр ахыры... Яңылышҡанбыҙ: ҡулдарын таҫтамалға һөртә-һөртә ашығып килә ятҡан Вера Петровнаны күреп, эскә йылы йүгерҙе – өйҙә! “Өйрәктәрҙе һуйып, таҙалап йөрөй инем. Әйҙәгеҙ, үтегеҙ!” – тип саҡырҙы ул үҙенең йыйнаҡ ҡына, йәмле йортона. Петровтар оҙаҡ йылдар тырышып донъя көткән, шау-гөр килеп торған урамда ни бары ике генә йорт ҡалған. Ғөмүмән, Ҡайраҡлы ауылы үҙе лә әллә ни ҙур түгел инде, 110 хужалыҡтан тора. “Дружба” колхозы осоронда эшсе көсө лә, йәш-елкенсәге лә, бала-сағаһы ла байтаҡ ине”, тип хәтерләй ололар. “Заманында колхозда бухгалтер ҙа, һауынсы ла, сөгөлдөрсө лә, сусҡа ҡараусы ла булып эшләргә тура килде. Кадрҙар бүлегендә лә эшләнем. Туғыҙ йыл инде хаҡлы ялға сыҡҡаныма,” – тип, Вера Петровна үҙенең хеҙмәт юлы менән ҡыҫҡаса таныштырҙы. Имәндәй ныҡ, арҡа терәрҙәй дүрт ул үҫтереп, хеҙмәттә ҡайнап йәшәгән ҡатындың тормошо балдай татлы булмай, береһенән-береһе ауырыраҡ, йөрәк әрнетерлек ҡайғылар кисерергә тура килә. Ирен, әзмәүерҙәй ике улын ерләгәндән һуң үҙендә йәшәү өсөн көс таба алған сыуаш ҡатынының көслө характеры һоҡланыу тыуҙырмай ҡалмай. Бөгөн уның кинйәһе, ҙур өмөттәр бағлап, яратып үҫтергән улы Евгений махсус хәрби операция зонаһында Ватанды һаҡлай. Ниндәй милләттән булыуға ҡарамаҫтан, әсәләрҙең барыһы ла балаһы өсөн бер үк төрлө көйә-яна, хәсрәтләнә, ут йотоп йәшәй... Бер үк төрлө илай әсәләр, бер үк төрлө юҡһына, һағынып көтә уландарын улар. – Бер йылдан ашыу инде улым хәрби зонала, ике тапҡыр ялға ҡайтарҙылар. Мине йыуатып, “кино-концерт ҡарап, ял ит, әсәй”, тип ҙур телевизор бүләк итеп китте. Бала тиһәң дә бала инде, хәрби хеҙмәткә саҡырыу килгәс, мине борсомаҫ өсөнмө икән, “әсәй, күрерһең, ике аҙнанан тып итеп ҡайтып та килермен әле, оҙаҡ бармаҫ ул”, тигән була. Форсат сыҡҡан һайын шылтыратып иҫәнлеген белдерә, ауыл, күрше-күлән хәлен һораша. Улымдың “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби хеҙмәттәшлекте нығытҡан өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгәнен ишетеп, нисек ғорурланғанымды белһәгеҙ икән!– тип Вера Петровна ҡәҙерле наградаларҙы ҡулына ала. – Батыр, ҡыйыу, физик яҡтан ныҡлы егет тәрбиәләүебеҙгә икеләнмәнек тә, – тип һүҙгә ҡушыла Дмитрий Алексеевич.– Мин мәктәп директоры булып эшләгән осорҙа Евгенийҙың бөтә спорт сараларында ҡатшашыуын яҡшы хәтерләйем. Саңғы ярыштары, велоспорт уның яратҡан шөғөлө булды. Мәктәптәге кубоктар һәм миҙалдар , Почет грамоталары тап Евгений кеүек тырыш спортсылар көсө менән яуланды. Ул әле лә алғы сафта, яҡташтарының, туғандарының йөҙөн ҡыҙартмай, йәштәр өсөн ҡыйыулыҡ өлгөһө булып тора. Ауыл Советы биләмәһе башлығы күршеһенең ниндәй хәстәрҙәр, мәшәҡәттәр менән йәшәүен күреп-белеп тора, сөнки йорттары урам аша ғына. “Утын менән ярҙам иттек, өйҙә газ бар-барлыҡҡа, әммә мунсаға ла утын кәрәк бит. Башмаҡтарына йәй көнө бесән сабып әҙерләнек. Ут күршегә трактор менән ерҙәрен үҙем һөрөп бирҙем”, – ти Дмитрий Алексеевич. Вера Петровнаның Николай исемле улы, дүрт ейәне төп йортҡа йыш ҡына килеп, әсәнең хәлен белешеп, ярҙамлашып тора. Барыһы ла яугирҙең иҫән-һау, еңеү менән Ҡайраҡлыға ҡайтыуын сабырлыҡ менән көтә. Тәүәкәллеге, көтөлмәгән аҙымдары менән ҡайһы саҡта хатта туғандарын да аптырашта ҡалдырған егетте һағыналар бында. Әйткәндәй, махсус хәрби зонанан ялға ҡайтҡан арала ауылдағы дуҫы менән магазин асырға өлгөргәнен ишетеп, ғәжәпләнеүебеҙҙең сиге булманы. Быға тиклем магазинһыҙ йәшәгән ауыл халҡы өсөн дә көтөлмәгән яңылыҡ бит. Евгений йәш булһа ла, мул ғына хеҙмәт тәжрибәһен туплап өлгөргән. Бәләбәй училищеһында электрик һөнәрен алып сыға, армияла хеҙмәт итә, аҙаҡ Себерҙә эшләй. Һуңғы йылдарҙа Өфө предприятиеларының береһенә эшкә урынлаша һәм ошонан хәрби хеҙмәткә алына. Әсәйҙәр күңеленә бар донъя һыя, тиҙәр. Беҙ уларҙың һулар һауалай шатлыҡ-ҡыуаныстарға, һөйөү-наҙға сарсаған күңеленең бер ҡасан да яраланмауын, һүрән йондоҙҙарға нур, яҡшылыҡҡа өмөт өҫтәп йәшәүҙәрен бик теләр инек. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.