Ҡырмыҫҡалы ауылындағы гимназияға заманса ҡорамалдарҙың һуңғы партияһы килгән. Был – информатика кабинеты өсөн 32 ноутбук. Уҡыусылар быға бик шат. Техника алыу “Мәғариф” милли проектының “Һанлы белем биреү мөхите” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә мөмкин булған. Дөйөм алғанда, белем биреү учреждениеһында 4,5 миллион һумлыҡ техника яңыртҡандар. Мәҫәлән, интерактив телевизорҙарҙы башланғыс класс уҡыусылары кабинеттарының береһенә һәм рус теле һәм әҙәбиәте бүлмәһенә, интерактив панелде – физика кабинетына ҡуйғандар. Иң мөһиме, бөтә ҡорамалдар ҙа интернетҡа сыға ала, был гимназияға онлайн олимпиадаларҙа, конкурстарҙа һәм конференцияларҙа ҡатнашыу мөмкинлеге бирә. Уҡытыусылар әйтеүенсә, дәрестәрҙе өйрәнгән саҡта күрһәтмә материалдың булыуы уңыштың яртыһы. Улар материалды еңел үҙләштерергә ярҙам итә. Был гимназия Ҡырмыҫҡалы районының иң ҙур уҡыу йорттарының береһе. Бында 600 бала уҡый. Коллектив эшкә һәләтле, энергиялы һәм үҫешкә ҡараш тота. Шуға күрә гимназия милли проектта тәүге ҡатнашыусыларҙың береһе булды ла. Билдәле булыуынса, “Мәғариф" (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте.