Сипайловоны Менделеев урамы менән йәйәүле һуҡмаҡ тоташтырасаҡ
Өс километр ярым арауыҡта әле төҙөкләндереү эштәре бара. Улар “Өфө муйынсағының” сираттағы төймә теҙмәһенән. Көҙгө урман һуҡмағын хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева барып күрҙе.Ҡала эсендә урман, урман эсендә иркен һуҡмаҡ, киң юл – йәйәүлеләр ҙә, тәгәрмәслеләр ҙә үтерлек. Сәйәхәттәр бында иртә таңдан ҡараңғы төнгәсә дауам итә, ял итеүселәрҙең йәше лә, мауығыуҙары ла төрлө. “Өфө муйынсағы” маршруты башҡала халҡының яратҡан ял урындары теҙмәһенән тора. Октябрь районында уның өс төймәһе бар. Һаулыҡ һуҡмаҡтары Зорге урамынан Шәфиев менән Парк урамдары киҫелешенә тиклем һәм Парк урамын ағалы-энеле Кадомцевтар урамы менән тоташтырған арауыҡта яңыртылды. Быныһы – өсөнсөһө. Менделеев урамы буйлап һуҙылған урман һыҙатының Трамплин туҡталышынан “Аҡбуҙат” ипподромына тиклем өлөшөндә яҡтыртҡыс бағаналарының иҫкеләре алмаштырылып 78 яңы терәк ҡуйылған. Бының өсөн ер аҫтынан ике километр кабель линияһы һалынған. Һуҡмаҡтың емерек хәле хәҙер активистар хәтерендә генә ҡалған. Һуҡмаҡтарҙың яңыртылған асфальт ҡапламына төҙөүселәр аҡ буяуҙан тейешле билдәләр һыҙа. Тротуарҙың киңлеген йәйәүлеләр менән велосипедсылар уртаҡ бүлешһен өсөн. Һуҡмаҡтың Сипайловоға тиклем оҙонлоғо 5 километр. Быйылға төҙөкләндереү эштәре тамам. Октябрь район хакимиәте артабан “төймәне” “Өфө муйынсағы” концепцияһына ярашлы биҙәргә йыйына.Халыҡ иһә һуҡмаҡты бөгөндән әүҙем файҙалана. Спортсылар, хаҡлы ялдағылар, балалары менән әсәләр ҡала тауышынан ситтә урман һауаһын һуларға тип бында көн дә килә.Әүҙем ял яратҡандар был урында электән һуҡмаҡ тапап бөтһә, хәҙер хозур тәбиғәт ҡосағында төҙөк юлдан рәхәтләнеп йөрөй ала. Аяҡ аҫты тигеҙ, тирә яҡ яҡты, һауа саф. Йәл, телекамера урмандың шифалы еҫен һеҙгә тапшыра алмай. Туҡтап хәл алырға теләгәндәр өсөн бында эскәмйәләр буласаҡ. Улары киләһе йылда.
Смотрите видео
--------------------------
Присоединяйтесь к калалу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!
Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».