Саҡмағош районы Аблай ауылында заманса спорт майҙансығы асылды
Хәҙер бында спорттың бер-нисә төрө менән шөғөлләнергә, ГТО нормаларын тапшырырға мөмкин. Иң мөһиме балаларға яңы мөмкинлектәр асыла. Тулыраҡ Закир Шәрипов репортажы.Үрнәк ауыл биләмәһе советы биләмәһендә 2 мең самаһы кеше йәшәй, уларҙың яртыһы спорт менән әүҙем шөғөлләнә. Бында төрлө спорт ярыштары, фестиваль-конкурсттар даими уҙғарыла. Проект “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә һәм Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамы менән тормошҡа ашырыла. Хәҙер урындағы халыҡтың волейбол, баскетбол, пионербол уйнарға һәм ГТО нормаларын тапшырыу мөмкинлеге бар. Проект буйынса, 2023-24 йылдарҙа спорт менән шөғөлләнеү һәм ГТО нормалары тапшырыу өсөн Башҡортостандың ете районында майҙансыҡтар асыла. Ошондай обьекттар быға тиклем Ауырғазы, Бөрө, Дәүләкән, Йылайыр, Мәсетле, Мишкә һәм Өфө райондарында булдырылды.Башҡортостанда спортҡа ҙур иғтибар бүленә. Беҙҙә билбаулы көрәш буйынса Үҙәк төҙөлә, быға тиклем Римма Батталова исемендәге спорт үҙәге сафҡа инде. Әле фигуралы шыуыу, волейбол һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса әңгәмәләр бара.
Смотрите видео
--------------------------
Присоединяйтесь к калалу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!
Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».