Найти тему

Уҡыусылар баш ҡала менән танышты

Ял “Мәктәп туризмы” проектын тормошҡа ашырыу барышында ойошторолдо. Был турала төбәктең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы хәбәр итә. Бушлай ойошторолған тур туҡланыу, ҡунаҡханала йәшәү, трансфер, экскурсиялар, оҫталыҡ дәрестәре һәм музей программаларын үҙ эсенә алды. Балалар Өфөнөң иҫтәлекле урындары менән танышты: милли музейҙа, ”Рәсәй – минең тарихым” тарихи паркында, М.Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында һәм ботаника баҡсаһында булды. Шулай уҡ улар “Император” теплоходында йөрөп, Салауат Юлаев һәйкәлен ҡараны. "Быйыл проектта 5-9-сы кластарҙан 39200 уҡыусы ҡатнашасаҡ. Улар өсөн 46 ҡыҙыҡлы йүнәлеш әҙерләнгән. Тәжрибәле тур операторҙары тәҡдим иткән маршруттар республиканың бөтә территорияһын тиерлек үҙ эсенә ала. Ике көнлөк сәйәхәт барышында уҡыусылар музейҙарға, предприятиеларға, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарына, төбәктең иҫтәлекле урындарына бара, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша", – тип билдәләне республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. Билдәле булыуынса, "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” (национальный проект “Туризм и индустрия гостеприимства”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы