Найти в Дзене
Башкортостан 24

Кем хаҡлы?

   Кем хаҡлы?
Кем хаҡлы?

Кем хаҡлы?

Өфөнөң Степан Кувыкин урамындағы күп ҡатлы йортта йәшәүселәр бер нисә метр алыҫлыҡта башланған ҡаҙыу эштәренә ҡаршы төшкән. Асыҡланыуынса, был биләмәлә сауҙа үҙәген төҙөү ҡарала. Әммә был хаҡта урындағы халыҡҡа бер кем дә хәбәр итмәгән. Шуға ла төҙөлөш законһыҙ тигән фекерҙә йорта йәшәүселәр. Альбина Зәйнетдинова мәсьәләгә аныҡлыҡ индерергә тырышты. Степан Кувыкин урамындағы беренсе йорт хужалары йома иртән экскаватор тауышына уянып киткән. Һынаулы ғына сәғәттә ауыр техника тирә-яҡ биләмәне ҡаҙып ташлай, тротуарҙарҙы емерә, йорт хужалары ултырҡан ағастарҙы, сәскә түтәлдәрен юҡҡа сығара. Бер-нәмә лә аңламаған халыҡ тамам аптырауға ҡала. Ярҙам һәм аңлатма һорап улар төрлө ойошмаларға хаттар яҙа. Әммә бер-нисә көн эсендә йорт эргәһе тулыһынса соҡолоп бөтә. Йортта йәшәүселәр бер ни тиклем ваҡыттан ғына эргәләге майҙанда сауҙа үҙәге төҙөләсәген асыҡлаған. Кадастр планы буйынса бина меңдән ашыу квадрат метр майҙанды биләйәсәк. Йорт арты биләмәһе күпкә кәмейәсәк.Ҡаҙыу эштәрен алып барыусылар йорт хужалары һорауҙарына яуап бирмәй. Эргә-тирәләге коммуникацияларҙың ҡайҙан үткәнен белмәйҙәр, тигән фекерҙә халыҡ. Шаһиттар әйтеүенсә, шул сәбәпле электр сымдары зарарланып сафтан сыға, хатта янғын сығаяҙған. Ҡаҙыу эштәре барған майҙанда йылылыҡ торбалары үтә. Улар күптән иҫкергән, ҡаҙыу эштәре дауам иткән осраҡта, бик күп йорттар йылыһыҙ ҡалыуы ла ихтимал. Төҙөлә башлаған майҙандың хужаһы билдәһеҙ. Подрядсы ойошма вәкиле лә ҡушылған эште үтәүсе булыуын ғына белдерҙе. Ҡала хакимиәтендә был ер биләмәһендә төҙөлөшкә рөхсәт документтары бирелмәгәнен белдерҙеләр.Йортта йәшәүселәр иһә төҙөлөш эштәре ҡанунға яраҡһыҙ алып барыла, тип белдерә.300-ҙән ашыу кеше йәшәгән йортта махсус төркөм төҙөлгән. Улар үҙ хоҡуҡтарын яҡлап ҡултамғалар йыйған һәм тиҙҙән прокуратураға мөрәжәғәт итергә ниәтләй.

Смотрите видео

--------------------------

Присоединяйтесь к калалу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!

Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».