Борай ауылының 3-сө урта мәктәбе бинаһында ошо уҡыу йортон тамамлаған, махсус хәрби операция барышында һәләк булған Эмиль Кашафетдиновҡа таҡтаташ асылды. Шулай уҡ класта уның “Герой партаһы” ла ҡуйылды. 2022 йылдың майында Эмиль Рәсәй Армияһының Ҡораллы көстәре рәтендә, Мәскәү өлкәһендә артиллерист булып хеҙмәт итә. Июндә присяга ҡабул итә һәм контракт төҙөп, махсус хәрби операция биләмәһенә барырға ҡарар итә. Быйыл майҙа хәрби бурысын үтәгән саҡта егет һәләк була. Сараға уның туғандары һәм яҡындары, район хакимиәте вәкилдәре, мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары килде. Район мәктәбендә мемориаль таҡтаташ асыу “Мәғариф” милли проектының “Патриотик тәрбиә” федераль проекты бурыстарына тура килә. Ул мәғариф системаһында тәрбиәне нығытыуға, төрлө яҡлы рухи, әхлаҡи һәм интеллектуаль үҫешкә булышлыҡ итә. Билдәле булыуынса, “Мәғариф" (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Борай районы хакимиәте.