Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Марат Яҡуповтың әсәһе Фәниә апай Яҡупова (Йәһүҙина) махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә 103 банка салат эшләп ебәгән. Был хаҡта Учалы районы Наурыҙ ауыл советы рәйесе Гөлсинә Фәттәхова социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә хәбәр итә. Фәниә Барый ҡыҙына – 76 йәш. Ул Учалы районының Йәһүҙә ауылында йәшәй. Тау-урмандар ҡосағына һыйынып ҡына ултырған был ауылда ни бары ике тиҫтәгә яҡын кеше йәшәй. Гөлсинә Фәттәхова әйтеүенсә, йәһүҙәләр - бик берҙәм, әүҙем халыҡ. “Марат улы бер ауылға, әсәһе янына ҡайтҡанда яҡын дуҫының махсус хәрби операцияла ҡатнашыуын әйткәс, Фәниә апай тыуған яҡтан йыраҡта йөрөгән ир-егеттәргә ярҙам итергә ниәт ҡуйған. Ул шул тиклем уңған апай, гөрләтеп баҡса үҫтерә. Быйыл да мул уңыш алған. Бына бит, ни тиклем ниғмәт әҙерләгән тынғыһыҙ булмышлы, ихлас апайыбыҙ”, - ти Гөлсинә ханым. Фәниә апайға ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ! Изге эштәрегеҙ үҙегеҙгә унлата әйләнеп ҡайтһын! Фото: Гөлсинә Фәттәхованың шәхси архивынан.