Найти тему
Башҡортостан гәзите

Еңел сәнәғәт үҫешен күрһәткән күргәҙмәгә саҡыралар

“Легпром” Еңел сәнәғәт форумы Өфөлә 25 – 26 октябрҙә үтәсәк. Йыл һайын үткәрелгән сара Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы ойошторла. Күргәҙмә еңел сәнәғәт тармағының заманса үҫешен күрһәтә, пленар өлөштә кадрҙар әҙерләү һәм дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһында һөйләшеүҙәр, түңәрәк өҫтәлдәр ойоштороласаҡ. Быйыл экспозиция яңыса форматта, зоналарға бүленеп эшләнгән. Бында дизайн, фабрикалар, мода, балалар өсөн әйберҙәр, махсус кейем, сифат һәм башҡаһы күрһәтелгән экспозициялар урын аласаҡ. Форумдың эшендә Ҡаҙағстан, Үзбәкстан ҡунаҡтары ҡатнашасаҡ. Иртәгә күргәҙмә тураһында тулыраҡ “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры - сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев һөйләйәсәк. Матбуғат конференцияһы 20 октябрҙә 15.00-дә башлана. Адресы: Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45. Аккредитация өсөн телефон: 8-927-23-28-188. Тулыраҡ мәғлүмәт: https://bvkexpo.ru/legprom-ufa/posetitelyam2 Фото: Ринат РАЗАПОВ.