“Атайымды бер ҡасан да күргәнем юҡ ине. Уның исемен генә беләм: Әмир. Әсәйем бер ҡасан да уның тураһында һөйләргә теләмәне, ҡырт киҫеп: “Хәтерләгем дә килмәй”, – ти торғайны. Шуға артыҡ төпсөнмәнем. Әсәйем, өләсәйем, олатайым һәм мин – бына ул ғаиләм”, – тип башланы һүҙен Альбина. “Шулай ҙа барыбер һәр саҡ атайымды табыу хыялы менән йәшәнем, – тип дауам итте ул. – 14-16 йәштәрҙә был ҡыҙыҡһыныуым тағы артты. Ә егерме йәшем уҙғандан һуң, атайымды нисек тә табып күрергә кәрәк, тигән ҡарарға килдем. Әсәйемдән йүнләп бер һүҙ ҙә ишетә алмағас, өләсәйемдән атайым хаҡында һөйләүен ныҡышып һорай башланым. Шулай итеп унан үҙемдең нисек донъяға килгәнем хаҡында белдем дә инде. Әсәйем менән атайым – ике студент – бер мәл өйләнешергә лә теләгән, бының өсөн ЗАГС-ҡа барып ғариза яҙған, тантана өсөн әсәйемә хатта аҡ күлдәк тә һатып алынған булған. Тик туйға бер айҙан кәмерәк ваҡыт ҡалғас, кейәү кинәт кенә өйләнеү тигән уйынан баш тартҡан. “Был бала, бәлки, минеке түгелдер? Кем белә, бәлки, ми