Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында II Бөтә Рәсәй “Кәртәләрҙе емереп” форум-күргәҙмәһе үҙ эшен башланы. Ул өс көн дауам итәсәк. Был көндө фойелағы күргәҙмәлә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең тормошон еңеләйткән реабилитациялау саралары, протездар, ортопедик әйберҙәр һәм башҡалар ҡуйылғайны. Бынан тыш, оҫталарҙың күҙҙең яуын алырлыҡ бәләкәй генә уйынсыҡтары, төрлө биҙәүестәре, сувенирҙар һәм башҡалар менән танышырға мөмкин ине. Әйткәндәй, быйылғы күргәҙмәлә Рәсәйҙең 12 төбәгенән 50 компания ҡатнаша. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең 18 йәштән өлкәнерәктәрен реабилитациялау, төбәктәрҙең инклюзив мөмкинлектәрен киңәйтеү кеүек мөсьәләләр стратегик сессияларҙа һәм “түңәрәк өҫтәл”дәр һөйләшеүҙәрендә ҡарала. Пленар кәңәшмә “Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе реабилитациялау. Яңы саҡырыуҙар һәм ҡарарҙар” тигән темаға арналды. Сараның модераторы Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте етәксеһе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Михаил Терентьев булды. – Башҡортостан – минең өсөн һәр ваҡыт килге килеп торған урын. Шуға пленар сессияны алып барырға тип һорағастар, ихлас ризалаштым. Һәр саҡ ярҙам иткән Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа рәхмәт белдергем килә. Был форум икенсе тапҡыр үткәрелә һәм фекер алышҡан, яңы реабилитациялау технологияларын ҡараған урын булып тора, – тине Михаил Терентьев. Сарала видеобәйләнеш аша Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков ҡатнашыусыларҙы сәләмләне, Стратегик башланғыстар агентлығы генераль директоры Светлана Чупшева сығыш яһаны. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин форумда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров исеменән сәләмләне һәм республикала инклюзив мөхит үҫеше тураһында һөйләне. – Форумдың быйылғы төп темаһы – һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе комплекслы реабилитациялау системаһын булдырыу. Әлбиттә, ветерандар һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар – айырым урында. Башҡортостанда был эштең үҙ моделен булдырабыҙ. Ул тотош тормошто, тирә-яҡ мөхит элементтарын үҙ эсенә ала, – тип белдерҙе Максим Забелин. 2019 йылда Башҡортостанда беренсе тапҡыр инвалид балаларҙы реабилитациялау өсөн сертификат бирелә башланы. Йыл һайын был маҡсатта 50 миллион һум аҡса бүленә. Ә быйыл был сумма өс тапҡырға артҡан. Был хеҙмәттәрҙән 3,5 мең бала файҙалана. Киләһе йылда бындай сертификаттар өлкәндәргә, шул иҫәптән ветерандарға һәм махсус операцияла ҡатнашыусыларға биреләсәк, тип белдерелде сарала. “Ватан һаҡсылары” махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам дәүләт фонды рәйесе урынбаҫары Сергей Вылегжанин махсус хәрби операция ветерандарын комплекслы реабилитациялау тураһында сығыш яһаны. “АУРА-Тех” ассистив технологиялар баҙарында ҡатнашыусылар милли ассоциацияһы директоры Иван Бирюков реабилитациялау өлкәһенең технологик үҫеше тураһында һөйләне. Ошо уҡ көндө Башҡортостан предприятиелары милли инклюзив килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы. 19 – 21 октябрҙә үткәреләсәк форумда барлығы 40-ҡа яҡын эшлекле сара, оҫталыҡ дәрестәре була. Бынан тыш, табиптар өфөләргә һәм баш ҡала ҡунаҡтарына кәңәштәр бирә. “Кәртәләрҙе емереп” инклюзив ижади фестиваленең гала-концерты, тағы Бөтә Рәсәй һуҡыр футболсылар йәмғиәтенең матчы үткәрелә. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.