"Башҡортостан" гәзите хеҙмәткәрҙәренең Урал аръяғы райондары буйлап осрашыуҙар Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылындағы яңыраҡ сафҡа ингән өр-яңы белем усағында тамамланды. Дөйөм майҙаны һигеҙ мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил иткән яңы уҡыу йорто 375 урынға иҫәпләнгән. Ул – Урал аръяғында заман талаптарына яуап биргән берҙән-бер белем усағы. Уҡыу-уҡытыу өсөн бар уңайлыҡтар тыуҙырылған өр-яңы мәктәптә белем биреүе, уҡыуы ла яуаплы һәм күңелле. Бөтә шарттар тыуҙырылған, кабинеттар тулыһынса йыһазландырылған, компьютер кластары бар, физика, химия, биология кабинеттарында практик дәрестәр үткәреү өсөн бар ҡорамалдар алынған, технология дәресендә малайҙарға төрлө һөнәрҙәргә өйрәтеү өсөн махсус станоктар, ҡыҙҙарға теген машиналары ҡуйылған. Баш ҡала ҡунаҡтары иң тәүҙә мәктәп менән яҡындан танышып сыҡты, уның матурлығына, уҡыу һәм белем алыу өсөн бар шарттар булыуына хайран ҡалды. Осрашыу йылы һәм яҡты акт залында ойошторолдо. Мәктәп директоры Сәлих Рафиҡов белдереүенсә, бөгөн мәктәптә 464 уҡыусы уҡый, шуның 195-е - башланғыс кластарҙа, ҡалған 268-е урта һәм юғары класта белем ала. Педагогик коллективта бөтәһе 42 уҡытыусы, 26 хеҙмәткәр эшләй. Иҫке Сибай коллективы "Башҡортостан" хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуға юғары кимәлдә әҙерләнгән: фойеларҙа ауылдың ағинәйҙәре, мәктәптең уҡытыусылары һәм уҡыусыларҙың ҡул эштәренән торғай бай күргәҙмә ҡуйылған, Шайморатовсылар класы уҡыусылары ҡунаҡтарҙы һәр ерҙә ҡаршылап һәм оҙатып ҡалды, тамашасылар залында алма төшөрлөк тә урын юҡ. Сараның тап Башҡортостан гимны менән башланып китеүе лә юҡҡа түгел, яңы асылған белем усағында уҡыусыларҙа ватансылыҡ һәм илһөйәрлек сифаттары тәрбиәләүгә иғтибар ҙур. Кисә уҡыусыларҙың дәртле бейеүҙәре, моңло йырҙары менән үрелеп барҙы. Әйткәндәй, Урал аръяғы райондарында үткән осрашыуҙар тураһында тулы репортаж гәзитебеҙҙең алдағы һандарында донъя күрәсәк. Гәзит хеҙмәткәрҙәренең эшлекле сәфәре Баймаҡ ҡалаһында район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев менән шәхси аралашыу һәм осрашыу менән тамамланды. Автор фото-видеолары.