Найти тему
Башҡортостан гәзите

Махсус хәрби операция ветерандары ярыша

Ноябрҙә Өфөлә “Ватан һаҡсылары кубогы” сараһы уҙғарыла. Ярышта махсус хәрби операция ветерандары ҡатнашасаҡ. Башҡортостан Хөкүмәтендә республиканың Премьер-министр урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова рәйеслегендә уҙғарылған эш кәңәшмәһендә ошо спорт ярышына ҡағылышлы һорауҙарҙы тикшерҙеләр. “Ватан һаҡсылары кубогы” икенсегә үткәрелә, беренсе тапҡыр ул август айында Кемерово өлкәһендә уҙғарылды. Унда 11 команда составында 70 спортсы ҡатнашты. Финанс министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Башҡортостандағы ярыш тағы ла күләмлерәк буласаҡ. Волга буйы һәм Урал федераль округтарының 20 субъектынан 20 команданың килеүе көтөлә. Ҡатнашыусылар өҫтәл теннисында, атыуҙа, уҡтан атыуҙа һәм башҡа ярыштарҙа үҙҙәренең оҫталығын һынар. Төп маҡсат – паралимпия спортының киң мөмкинлектәрен күрһәтеү. Ватан һаҡсылары кубогын уҙғарыу өсөн Башҡортостанды һайлау осраҡлы күренеш түгел. Төбәктә яҡшы матди база һәм спорт инфраструктураһы булдырылған. Лира Иғтисамова республикала ошондай ҙур сара үтеүенә ҡыуанысын белдерҙе. -Ветерандар ярышһын, мөһим һорауҙарҙы тикшерә алһын өсөн Өфөлә барлыҡ тейешле шарттарҙы ла булдырырбыҙ, - тине ул. Фото: Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.