Бөгөн хеҙмәттәштәребеҙ Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институтында үткән осрашыуҙа булды. Сарала институт хеҙмәткәрҙәре, студенттар һәм шулай уҡ Б.Мәмбәтҡолов исемендәге Сибай педагогия колледжы студенттары ҡатнашты. Ҡунаҡтарҙы иң тәүҙә уҡыу йорто директоры Илдар Хәмитов ҡабул итте. Илдар Сәлихйән улы белдереүенсә, улар һәр саҡ гәзит менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, уны таратыуҙа һәм алдырыуҙа үҙ өлөшөн индерә. Киләһе ярты йыллыҡҡа ла хеҙмәткәрҙәр әүҙем яҙылып та ҡуйған. Сибай институты – республиканың көньяҡ-көнсығыш райондары йәштәре өсөн мәғариф, фән һәм белем биреү үҙәге булараҡ, төбәк халҡының ныҡлы терәге. Уҡыу йортонда республиканан ғына түгел, тотош Рәсәйҙән, күрше өлкәләрҙән килгән ҡыҙҙар һәм егеттәр белем ала. Әле 2500 студент иҫәпләнә, улар араһында Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Тажикстандан, алыҫ Себер яҡтарынан килгән йәштәр бар. Уҡыу йортонда төрлө осрашыуҙар йыш үтә, төрлө кисәләр даими була. Кисәлә сығыш яһаусылар араһында "Башҡортотсан" гәзите менән оҙаҡ йылдар х