“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге медицина звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы, Асҡын районының Яңы Бағазы ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә. Маҡсаты – халыҡҡа медицина ярҙамын йәшәгән урынында ойоштороу, тәүге ярҙам алыу мөмкинлеген арттырыу. Әле төҙөүселәр бинаның металл конструкцияларын күтәрә, модулдәр һәм ҡыйыҡ урынлаштырыла. Яңы медицина бинаһы һыу үткәргес һәм канализация системаларына тоташтырыла. Шулай уҡ ул тейешле заманса техник ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында Зәлифә Шәрифғәлиева пациенттарҙы ҡабул итәсәк. – Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуын байғазылар күптән көтә. Оҙаҡламай улар сифатлы һәм профессиональ медицина ярҙамын алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ, бинаны асыу тантанаһына күп ҡалманы, – ти Асҡын үҙәк район дауаханаһының баш табибы Вадим Ғәләүетдинов. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу,