Найти тему
Башҡортостан гәзите

Екатеринбургта башҡорт мәҙәниәте фестивале гөрләне

Кисә Екатеринбург ҡалаһында XX Төбәк-ара башҡорт мәҙәниәте фестивале үтте. Ул Свердловск өлкәһе үҙәгенә нигеҙ һалыныуҙың 300 йыллығына арналды. Байрам Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы булышлығында ойошторолдо. Өлкә фестиваленә тотош Уралдан ҡунаҡтар йыйылды. Башҡортостан ҡунаҡтары – Учалы филармонияһы коллективы, Свердловск, Силәбе, Төмән өлкәләренең һәм Пермь крайынан ижади берләшмәләр йәнле сығыштары менән биҙәне. Сара барышында ҡыҙыҡлы күргәҙмәләр ҡарарға, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашырға мөмкин булды, был килеүселәргә башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм йолалары менән яҡынданыраҡ танышыу форсаты бирҙе. “Башҡорт мәҙәниәте фестивале – Рәсәй халыҡтарының ижади мөмкинлектәрен үҫтереүгә, милли мәҙәниәттәр төрлөлөгөн һаҡлауға, милләт-ара татыулыҡҡа булышлыҡ иткән уникаль проект. Байрамдың бар ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтарҙың күңелендә тик яҡшы тәьҫораттар ҡалдырғанына, башҡорт халҡының ғәйәт бай рухи, мәҙәни байлығы менән танышырға форсат биргәненә, һәм, әлбиттә, күп милләтле илебеҙ халыҡтары араһында дуҫлыҡ, татыулыҡты нығытыуға өлөш индергәненә иманым камил”, - ти Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымов. Мәғлүмәт, фото сығанағы: pp74.bashkortostan.ru/presscenter/news/578893/