Үткән аҙнала Ғүмәр Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы табиптары бригадаһы ашығыс рәүештә Көйөргәҙе районына сыҡты. “Ҡанатлы” медицина ярҙамының был 101-се осошо ине. Ашығыс эвакуация райондың 63 йәшлек ҡатынына кәрәк була. Көнкүрештә йәрәхәтләнеү алып ул тәнен бешерә. Һөҙөмтәлә, тәненең 45 проценты йәрәхәтләнә. Ауыр хәлдәге ауырыуҙы Күмертауҙың дауаханаһына килтерәләр, шунда уҡ Өфө белгестәре лә юллана, шул иҫәптән республика дауаханаһының анестезиолог-реаниматологы Илдар Һөйәрғолов та. Медицина белгестәре ҡатынды эвакуацияға әҙерләй һәм артабан дауаланырға махсус йыһазландырылған вертолетта республиканың тән бешеү үҙәгенә килтерәләр. -Башҡортостанда санитар авиация хеҙмәте “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы эшләп килә. Был иһә пациенттарҙы тиҙ арала махсус медицина учреждениеларына алып барырға ярҙам итә. Транспортировка тиҙлегенә, алымына пациенттың һаулығы ғына түгел, ғүмере лә бәйле, - тине Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы бүлеге мөдире Феликс Сака