Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Эшҡыуар әсәйҙәр уңыштар яулай

Конкурсҡа һөҙөмтәне Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министрлығы яһаны, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Ғаризалар һаны буйынса төбәктәр араһында лидерлыҡты Башҡортостан биләй. Унан 150-нән ашыу ғариза ҡабул ителгән. Һайлап алыу туры үткәндән һуң, уҡытыуҙа 35 ҡатын-ҡыҙ эшҡыуар ҡатнашҡан. – Эшҡыуарлыҡты ирҙәр һөнәре тип ҡабул итеп өйрәнгәнбеҙ. Ләкин “Эшҡыуар әсәй” программаһында ҡатнашыусылар бының киреһен иҫбатлай. Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар ҡыйыу рәүештә үҙҙәре булдырған бизнес-проекттарын тормошҡа ашыра. Министрлыҡ үҙ сиратында ҡатын-ҡыҙҙар эшҡыуарлығын үҫтереүгә йүнәлтегән проекттарға артабан да ярҙам итәсәк, - ти Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. “Эшҡыуар әсәй” программаһы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарын яҡлау” милли проекты (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. фото:"Башҡортостан" ДТРК-һы.