Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Предприятиелар үҫешһен өсөн

Дымоходтар етештереүсе “Техномаш” предприятиеһы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында (национальный проект "Производительность труда") ҡатнашып, үҙенең эш һөҙөмтәһен күтәрергә ниәтләй. Был турала төбәктең иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы хәбәр итә. “Техномаш” коаксиаль дымоходтар етештерә. Һаҡсыл технологиялар индереүҙе, һөҙөмтәлелекте күтәреүгә хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыуҙы төбәктең компетенциялар үҙәге эксперттары алып барасаҡ. Улар ярты йыл дауамында предприятие менән эшләйәсәк, ә артабанғы 2,5 йылда алған тәжрибәне компанияның барлыҡ процестарына индерәсәк. - Республиканың компетенциялар үҙәге ярҙамында беҙҙең республика предприятиелары проектта ҡатнашып, шул уҡ эш ҡеүәттәрендә һәм эшсе көстәре менән ҡайһы бер эш процестарының ваҡытын 33 процентҡа кәметеүгә өлгәште, етештереүсәнлек 46 процентҡа артты, - тине республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсте министры Рөстәм Моратов. “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты илдә хеҙмәт етештереүсәнлегенең йыллыҡ үҫе

Дымоходтар етештереүсе “Техномаш” предприятиеһы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында (национальный проект "Производительность труда") ҡатнашып, үҙенең эш һөҙөмтәһен күтәрергә ниәтләй. Был турала төбәктең иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы хәбәр итә. “Техномаш” коаксиаль дымоходтар етештерә. Һаҡсыл технологиялар индереүҙе, һөҙөмтәлелекте күтәреүгә хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыуҙы төбәктең компетенциялар үҙәге эксперттары алып барасаҡ. Улар ярты йыл дауамында предприятие менән эшләйәсәк, ә артабанғы 2,5 йылда алған тәжрибәне компанияның барлыҡ процестарына индерәсәк. - Республиканың компетенциялар үҙәге ярҙамында беҙҙең республика предприятиелары проектта ҡатнашып, шул уҡ эш ҡеүәттәрендә һәм эшсе көстәре менән ҡайһы бер эш процестарының ваҡытын 33 процентҡа кәметеүгә өлгәште, етештереүсәнлек 46 процентҡа артты, - тине республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсте министры Рөстәм Моратов. “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты илдә хеҙмәт етештереүсәнлегенең йыллыҡ үҫешен 5 процентҡа арттырыу өсөн шарттар тыуҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Бизнесҡа ярҙамға саралар компексы эшләнгән, шул иҫәптән финанс стимулләү һәм эксперттар консультациялары. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото:“Башҡортостан” ДТРК-һы.