Ҡалтасы районы фермеры Василий Зәйникаев грант отоп, был аҡсаны крәҫтән-фермер хужалығын нығытыуға йүнәлткән. Был турала төбәктең Ауыл хужалығы министрлығы хәбәр итә. - Бөгөн фермерҙарҙа үҫеш өсөн мөмкинлектәр киң, бары тик теләк кенә кәрәк. Грант программаларында ла ҡатнашырға мөмкин, ҙур әйберҙәр алыу өсөн лизингы ҡулланырға була, субсидия һәм башҡа ярҙам ҡаралған, - ти Василий. Фермер әйтеүенсә, тәүҙә ул “Башланғыс фермер” конкурсында ҡатнашып 1,3 миллион һум күләмендә аҡса менән бүләкләнгән. Был аҡсаға 23 баш Бестужев тоҡомло таналар алған. - Беҙҙең хужалыҡ 2014 йылдан алып эшләй. Уны булдырғанда трактор һәм 40 гектар баҫыуҙан башҡа бер нәмә лә юҡ ине. Кәрәкле техника, элекке колхоздың картуф һаҡлағысы бинаһын һатып алып, малсылыҡ тармағында эш башланым, - тине ул. Зәйникаевтарҙа 170-тән ашыу һыйыр малдары, 600 гектарҙан күберәк сәсеүлектәр иҫәпләнә. Фермала ғаилә ағзалары ла хеҙмәт итә, шуай уҡ эшселәр ҙә бар. Киләсәктә фермер селекция эшен дә алып барырға ниәтләй. - Ни өсөн әллә