Баш ҡаланың ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһында анестезиолог-реаниматолог булып эшләгән Нияз Ғәлиев быйыл сентябрь айынан Луганск Халыҡ Республикаһы табиптарына ярҙамға килде. Ул Красный Лучтағы перинаталь үҙәктә сабыйҙарҙың һәм әсәләрҙең һаулыҡ һағында тора. Үҙәктә эш көсөргәнешле һәм үтә яуаплы. “Беҙҙе бик йылы ҡаршыланылар, – ти табип. – Тәүге көн айырыуса иҫтә. Бала табыу йорто һәм гинекология бүлексәһе буйлап экскурсия үткәреп бөтәһен дә аңлаттылар. Беренсе эш көнөндә пациентым йәш ҡатынға кесарь киҫеме менән операция яһарға тура килде. Барыһы ла яҡшы тамамланды,һау-сәләмәт бала донъяға килде. Анестезиолог-реаниматологтың бурыстары күп. Бөтә хирургия әмәлиәттәрендә лә ауыртыуҙы баҫырға тейешбеҙ. Пациенттың хәле беҙҙең һиҙгер күҙәтеү аҫтында, кәрәк булғанда, реанимация сараларын үткәрәбеҙ.Төп эшебеҙ интенсив терапия палатаһында.Иң ауыр хәлдәге ауырыуҙар тап унда. Иң яҡшы ял – ғаиләм менән аралашыу.Минең эштең үҙенсәлеге шунда –теләгән ваҡытта, һис көтмәгәндә ашығыс ярҙам күрһәтеү йәиһә наркоз яһау өсөн саҡырып алыуҙары ихтимал. Арып-талсыҡмау, эштән ялыҡмау өсөн ғаиләм, яҡындарым ярҙам итә. Луганскиҙа тап ошо телефон аша аралашыу мәлдәрен һағынып көтәм. “Барыһы ла яҡшы”, тигәнде ишетеү менән шатланам. Минеңсә, оҙаҡламай бында бөтәһе лә яйланыр төҫлө. Гуманитар ярҙам килеп тора, Өфөлә, әлбиттә, медицина ҡорамалдары һәм йыһаздар яңы, заманса. Тиҙҙән Луганск Халыҡ Республикаһы дауаханаларында ла хәл яҡшырыр тигән өмөт бар. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.